Ф. Г. Хисамитдинова мифологический словарь башкирского языка
Вид материала | Документы |
- Толковые словари «Словарь русского языка» С. И. Ожегова, «Толковый словарь русского, 340.71kb.
- Урок русского языка в 5 классе. Тема: «Нормы литературного ударения и произношения», 40.8kb.
- Справочная литература для начальных классов, 9.44kb.
- Задачи: Оборудование: портреты В. И. Даля, Д. Н. Ушакова, С. И. Ожегова; «Толковый, 157.99kb.
- Словарь паронимов русского языка, 5187.97kb.
- Молодежь. Образование. Наука, 55.46kb.
- Урок семинар в 10 классе Тема: «Словари русского языка. «Толковый словарь живого великорусского, 129.43kb.
- Ъвритский этимологический словарь соответствий а риэсс, 3877.63kb.
- Б. Н. Шварц русско-эсперантский, 1382.08kb.
- Ловцевич Галина Николаевна Кросскультурный терминологический словарь как словарь нового, 492.55kb.
Һынамсы (миас.). См. Күрәҙә.
Һынамыш. Примета. Йыл һынамыштарының берәүҙәре уның тәбиғи булмышы буйынса (Йылан йылы – яуынлы йыл), икенселәре, һөҙөмтәһенән ҡарап ҡылыҡһырлай (Барс йылы – байлыҡ) һ.б. (БХИ. Т. 1). – Приметы года некоторые определяют по естественным признакам (Год змеи – дождливый год), а некоторые – по результатам (Год барса – богатство).
Һынау. Испытание (Богом) человека болезнями, несчастьями. Баҡсы була торған кешегә Хоҙай һынау бирә. – Избранному для знахарства и предсказания человеку Худаем посылаются испытания. Слово восходит к древнему глаголу sinа ‘проверять’, ‘испытывать’, ‘испытание’.
Һынсы. Предсказатель, пророк. Ир аралаған һынсы булыр (из погов.). – Спасший мужчин от смерти будет пророком. Һынсы һүҙе – слово пророка.
Һынсы әбей. Прорицательница. Сайыр ауылында бер һынсы әбей була (БТҺ). – В деревне Сайыр жила старуха-пророчица. См. Күрәҙә.
Һынсыл. Ясновидящий. Был бабай һынсыл була: емгә ҡара ҡор төштө, яу килергә тейеш, ти (БТҺ). – Этот старик был ясновидящим: говорит, что на землю села черная куропатка, значит, быть войне.
Һынсылау. Предсказывать, пророчить, предвещать. Һынсылау тип алдан һынап, күреп әйтеүҙе әйтәләр (БТҺ). – Предсказанием называют то, что предсказано заранее.
Һынташ. Каменная баба, истукан, идол. Һынташ ҡуйыу йолаһы төркиҙәрҙә борондан килә. – У тюрков обычай устанавливать каменные истуканы идет еще с древности. Слово һын восходит к древнетюркскому sϊn ‘могила’; досл. һынташ могильный камень.
Һыны ҡатыу. См. Һенә ҡатыу.
Һыңар. Один (из парных предметов); имеет отрицательную семантику. Һыңар күҙ, һыңар аяҡ – атрибуты нечистой силы. Слово восходит к древнему sϊηar ‘половина’.
Һыңар аяҡ. Эпитет нечистой силы, бесов.
Һыңар бот. Эпитет нечистой силы.
Һыңар күҙ I. Циклоп. Боронғо башҡорт мифологияһында һыңар күҙле Түпәгүҙ (циклоп) булған. – В древнебашкирской мифологии был одноглазый демон Түпәгүҙ.
Һыңар күҙ II. Вихрь. Ҡойон ене һыңар күҙ, һыңар аяҡ, һыңар ҡул була икән (БМ). – Говорят, бес вихря бывает одноглазым, одноруким, одноногим. См. Ҡойон.
Һыңар мөгөҙ. Единорог.
Һыңар сауыл (сальют.). См. Яңғыҙ ағас.
Һырға. Серьга, серьги; предмет-оберег. Ир балаһы үлеп торған кешеләр малай тыуһа, уға өс йәшкә тиклем һырға тағып, ҡыҙҙар күлдәге кейҙереп ҡуйғандар, яман заттар малайға теймәһен, тип (Т. Әсеғолов). – Если в семье умирали новорожденные мальчики, ему до трехлетнего возраста надевали платье девочки, в уши продевали серьги, чтобы нечистая сила мальчика не трогала.
Һырғауыл. Столб, жердь (на который взбираются на состязаниях); символ мирового дерева.
Һырғатуй. Пиршество, посвященное инициации подростков 12-13 лет. Ир бала атҡа менерлек, ҡыҙ бала көйәнтә күтәрерлек булғас, һырғатуй үткәрелә (БХИ. Т. 1). – Когда мальчик уже может ездить верхом, а девочка может таскать воду коромыслом, проводят пиршество һырғатуй.
Һырға һабағы (кизил., средн., сакмар.). Подарок невесте во время никах в виде старинной рублевой монеты с подвеской. Һырға һабағы бирешеү – ритуал сговора родителей малолетних детей на будущий их брак.
Һыу. Вода; одна из стихий мироздания, источник жизни, средство очищения, но и вход, граница иного мира. Ерҙән оло булмаҫһың, һыуҙан таҙа булмаҫһың (погов.). – Не сможешь быть величественнее земли, чище воды. Ут та бәлә, һыу ҙа бәлә, ут менән һыу булмаһа, тағы ла бәлә (погов.). – И огонь – беда, и вода – беда, однако, если нет огня и воды – опять беда. Слово восходит к общетюркскому sub~suv~suγ ‘вода’.
Һыу ағымы. Место, куда изгоняются духи болезней. Ҡола яланға күс, һыуҙың ағымына күс (из загов.). – Перейди в голую степь, перейди в течение воды (реки).
Һыу алыу. Ритуальное набирание воды. Ҡояш байығас һыу алырға ярамай. Шул ваҡыт һыу инәһе яҡын була, тота тиҙәр. Алырға тура килһә: «Ҡунаҡ төштө, ҡунаҡ төштө, һыу бир», – тип алырға кәрәк (ЙФ). – После заката нельзя ходить за водой. Говорят, в это время мать воды может схватить. Если необходимо, то надо набирать воду со словами «гость приехал, гость приехал, дай воды».
Һыу анаһы (среднеурал.). Дух воды, хозяйка воды. Һыу анаһы Һылыубикә (СФ). – Мать воды Сылубика. См. Һыу эйәһе.
Һыу атаһы. Водяной, дух воды. Һыу атаһы – Сөләймән. (СФ). – Отец воды – Сулейман. См. Һыу эйәһе.
Һыу батшаһы. Дух воды; досл. царь воды. См. Һыу эйәһе.
Һыу бабасы (гайн.). Дух воды; досл. отец воды. См. Һыу эйәһе.
Һыу башлатыу. Обряд показа воды невесте. Килен билбауын сискән ҡыҙ икенсе көн таң менән еңгәһенә һыу башлатырға килә (БХИ. Т. 1). – Девушка, которая развязывала кушак невесты, рано утром приходит на обряд «Показ дороги к источнику». См. Һыуға башлау.
Һыу зәхмәте. Болезни, приставшие от воды. Шишмә һыуына таңда барырға ярамай, һыу зәхмәте тейә, тиҙәр (М.Рафикова). – За родниковой водой нельзя ходить ранним утром, может «коснуться» захмэт воды.
Һыу инәһе. Божество, дух, покровительница источников; досл. мать воды.
Ер инәһе ерән һаҡал,/ Һыу инәһе һыуған һаҡал (БМ). –
Мать земли Рыжая борода,/ Мать воды Холодная борода.
Һыу инәһе сәскәһе. Водяная лилия; мифологизированный цветок; досл. цветок матери (духа) воды. Томбойоҡ сәскәһен һыу инәһе сәскәһе тип өҙөргә ҡушмайҙар ине (З. Солтанғолова). – Водяную лилию считали цветком матери воды и запрещали рвать.
Һыу исемдәре. Имена духа воды. Һәр ваҡыт һыуҙың дүрт исемен әйтеп алырға: Вәсәҡҡәһем, Раббаһым, Шарабаһым, Тәһүрә (ЙФ). – Когда набираешь воду, каждый раз надо произносить четыре имени воды: Васаккахим, Раббахым, Шарабахым, Тахура.
Һыу ҡыҙҙары. Русалки. Айҙың ун дүртендә ете төн уртаһында күл өҫтөндә һыу ҡыҙҙары сәстәрен тарай. – Четырнадцатого числа месяца в полночь на поверхности озера русалки расчесывают волосы.
Һыу ҡыҙы. Эпитет хозяйки воды. Көмөш тешле Һыу ҡыҙы, һыу бир (из загов.). – Хозяйка воды с серебрянными зубами, дай воды.
Һыу өшкөрөү. Магический способ избавления от болезней с помощью нашептанной воды. Тел-теш баҫһа, һыу өшкөрөп ҡойонғандар. – От пересудов, сплетен, наговоров обливались нашептанной водой.
Һыу пәрҙәһе (иргиз.). Мифическая занавеска воды. Ҡояш байығас һыу пәрҙәһен яба икән, шуға кисен һыу алырға ярамай (ҺҺФ). – Говорят, после заката вода закрывается занавесью, поэтому вечером нельзя брать воду.
Һыу саҡырыу (иргиз.). Вызывание дождя; досл. вызывание воды. Яуын яумаһа һыу саҡырабыҙ (ҺҺФ). – Если долго нет дождей, проводим обряд вызывания дождя.
Һыу сарпыуы. Болезни от воздействия духа воды.
Һыу сәсәге. Ветряная оспа (ветрянка). Һыу сәсәге сыҡһа, ярма менән тоҙ алып имләгәндәр. – При ветряной оспе заговаривали с помощью крупы и соли.
Һыу ташыу. Ходить по воду. В мифологии есть запреты, связанные с тасканием воды. Төндә һыу ташыу сир килтерә. – Нельзя таскать воду ночью, это приводит к болезни.
Һыу теләү (танып.). Вызывание дождя; досл. вызывание воды. Һыу теләп торһон тип элек һаҙҙың уртаһына мал башы ҡуйғандар (БФ). – Чтобы регулярно шли дожди, на середину болота ставили череп.
Һыу тотоу. Болезни, связанные с употреблением, купанием в незнакомой воде. По представлениям башкир, дух незнакомой воды просит подаяние. Поэтому перед купанием, употреблением воды в незнакомых источниках необходимо положить в речку, родник что-нибудь (монетку, нитки и т.д.). Таныш булмаған йылғала кеше һыу инһә, эсһә, тәненә төрлө нәмә сыға. Уны һыу тотоуы тиҙәр. Йылға һыуын эсеп кешенең эсе ауыртһа, Һыу тотҡан, тиҙәр. Һыу тотмаһын тип, һыуға сәс, һүренте һалалар (БИТК). – Когда у человека от речной воды болит живот, говорят «вода схватила». Чтобы «вода не схватила», перед тем как испить воду, в реку надо положить волос, нитку с одежды.
Һыу урлау. Магический способ лечения от сглаза; досл. похищение воды Ҡаты күҙле кешенең һыуын урлап күҙ тейгән баланы имләгәндәр (БИТК). – Похитив воду у сглазившего человека, этой водой заговаривали ребенка от сглаза.
Һыу үгеҙе. Дух воды. Танып бер-бер артлы дүрт кешене алды. Һыу үгеҙе алды. – Река Танып забрала друг за другом четырех человек. Дух, хозяин реки забрал. См. Һыу эйәһе.
Һыу хужаһы. Дух, хозяин воды. Ҡояш байығас алырға Һыу хужаһынан ғәфү үтенеп рөхсәт алып һыу алабыҙ (БФ). – Чтобы набирать воду после заката, у духа, хозяина воды спрашиваем разрешения.
Һыу һалышыу. Магический способ вызывания дождя.
Һыу һатыу. Из свадебного обряда; досл. продажа воды.
Һыу һибешеү. См. Һыу һалышыу.
Һыуһылыу. Мифическая водяная красавица.
Һыу эйәһе. Дух воды. Появляется в облике черноволосой женщины. Һыу эйәһе ҡысҡырһа, кеше ала, тиҙәр (БМ). – Говорят, если дух воды кричит, заберет человека.
Һыу юлы. Досл. водяная дорога. Һыу юлдарым оҙон булһын, ғүмеркәйем аҡҡан һыуҙай саф һәм таҙа булһын (ЙФ). – Пусть мой водный путь будет долгим, а жизнь моя будет чистой, как проточная вода. См. Һыуға башлау.
Һыу юлы күрһәтеү. Обряд показа невесте дорогу к источнику. Киленгә һыу юлы күрһәтеү булды. Һыу алырға барғанда килен һыуға тәңкә ташлай ине (БФ). – Раньше был обряд показа невесте дорогу к источнику. Невеста бросала в воду монету.
Һыуға ағыҙыу. Ритуальное выбрасывание одежды больного ребенка в реку с целью избавления от болезни. Күҙ тейһә, баланың кейемен өҫтөнән йыртып алып ауылдан түбән һыуға ағыҙалар (С. Сәғитова). – При сглазе с ребенка срывают одежду и выбрасывают в реку ниже деревни.
Һыубикә. Имя хозяйки воды. Һыу эйәһе Һыубикә, һыу бир (из загов.). – Хозяйка воды Хыубика, дай воды.
Һыуға башлау. Обряд показа воды невесте.
Һыуға ҡарау. Магический способ лечения ряда болезней. Ағын һыуға ҡарап ултырһаң, сирең китә, тиҙәр (Ғ. Суфьянова). – Говорят, если долго смотреть на течение, болезнь уходит.
Һыуға ташлау. Магический способ вызывания дождя; досл. бросание в воду.
Һыуға һалыш. См. Һыу һалышыу.
Һыуҙан ҡағылыу. Заболеть от воды. Мине һыуға ырғыттылар, ауырыным. Имсе әбей һыуҙан ҡағылған, тип таш менән имләне. – Меня в шутку в воду бросили, заболела. Знахарка, сказав, что «болезнь пристала от воды», заговаривала с помощью камня.
Һыуыҡ. Холод, дух холода. Һыуыҡ үтеп, һыуыҡ алып ауырыны. – Болел от холода, простуды.
Һыуыҡ тотоу. Простудиться. Причину простуды башкиры видели в хватании духа холода. От него лечились внезапным испугом. Һыуыҡ тотҡан тип, миңә йылан килтереп һалдылар. – Говоря, что схватил холод, мне под бок подложили змеиный выползок.
Һыуындырыу. Отворот от любимой. Егет ҡыҙҙан тиктән һыуына башлаған, яратмай башлаған, тегене һыуындырғандар икән (ЙФ). – Вдруг парень охладел к своей девушке, разлюбил, оказалось, что ему сделали отворот.
Һәлмәүерһәү (миас.). См. Илереү.
Һәмгелсәк (миас.). Колыбель. Малай тыуһа, атаһы һәмгел-сәккә, бала эргәһенә уҡ йә бысаҡ һала (М. Мансурова). – Если родился мальчик, отец в колыбель возле ребенка клал стрелу или нож. См. Сәңгелдәк.
Һәнәк. Вилы; как и все острые предметы, имеет как положительную, так и отрицательную семантику. Ҡатыны бала тапҡанда ир һәнәк, бысаҡ, ҡайсы кеүек әйберҙәр тотмаҫҡа тейеш, балаға зыян була (БИТК). – Чтобы не навредить ребенку, во время родов жены муж не должен брать в руки острые предметы, как вилы, нож, ножницы.
Һәнәк сатаһы. Развилина вил; мифологизированная часть вил, используется как отгонное средство. Һәнәк сатаһын һындырһаң, убырҙың көсө бөтә, тиҙәр (БХИ. Т. 1). – Если сломать развилину вил, говорят, сила вампира ослабевает.
Һәүәнәй (иргиз.). См. Убырлы ҡарсыҡ.
Һәүәнәк (иргиз-камел.). Дух коровы.
Һәпәләк. Жмурки (игра); һәпәләк уйнау – играть в жмурки. Һәпәләк күҙ бәйләп өйҙә уйнай торған уйын. – Жмурки – домашняя игра с завязанными глазами.
Шаҙра. Рябой; болезнь, насланная нечистой силой. Әүәле шаҙра булһа кеше Сатра башына бер ҡарт кешене йөкләп менеп, шундағы шишмәлә битен йыуып, һыуҙан таш алып ағасҡа бәйләп киткән (БИТК). – Раньше рябой человек поднимался на гору Сатра, взвалив на спину какого-нибудь старика, там умывал лицо в роднике, затем, взяв камушек с этого родника, привязывал его к дереву. По мнению Р. Ахмедьянова, слово имеет индоиранское происхождение.
Шаҙра име. Магический способ лечения рябого. Ағас олонона битте ышҡып, тау башындағы шишмәлә битен йыуғандар шаҙра имләйем, тип (БИТК). – Рябой при заговаривании терся лицом об ствол дерева и умывался водой из горного родника.
Шайтан. Шайтан, черт, дьявол. Шайтан ут һәм төтөндән яралған (БМ). – Шайтан сотворен из огня и дыма. Слово имеет арабское происхождение.
Шайтан алғыры! Черт возьми!
Шайтан алмаштырыу. Подмена шайтаном. Бала янына иске китап, бөтеү салалар шайтан алмаштырмасын, тип (СФ). – Чтобы не подменил черт, рядом с младенцем кладут священную книгу, оберег. См. Ен алмаштырыу.
Шайтан арбаһы. Перекати-поле; досл. тележка шайтана. Әбейҙәр яман заттар, ен-шайтандар ел менән, шайтан арбаһы менән килеп тейә тиҙәр ине (Ғ. Солтанов). – Старухи говорили, что духи болезней, нечистая сила ударяют человека, придя с ветром, перекати-полем. См. Ҡамғаҡ.
Шайтан балаһы. Непоседа; досл. дитя шайтана. В представлениях башкир оборотень, способный принять облик животного или неодушевленного предмета. Йәшен шайтан балаһын атам тип ата, кешене лә, малды ла түгел (БФ). – Молния поражает с намерением сразить чертенка, а не человека, не скотину.
Шайтан баҫыу. Испытывать удушье. Шайтанды күрҙем мин. Мине ҡатын булып баҫты. Бер күҙе бар. Төнө буйы мине шайтан баҫты. Оялып бөттөм. Иртән торҙом, хәлдән тайҙым (СФ). – Я видел шайтана. В облике женщины давил меня. Даже стыдно было. Утром встал вообще без сил. См. Баҫлығыу.
Шайтан ботағы. Отросток, ветка шайтана. См. Шайтан балаһы.
Шайтан күбәләге. Ночница; досл. бабочка шайтана. Шайтан күбәләге тип төндә утҡа килгән һорғолт күбәләкте әйтәләр. – Бабочкой шайтана называют серенькую ночную бабочку.
Шайтан күрәҙә. Прорицатель.
Шайтан ҡарыштырыу. Сведение судорогой от воздействия шайтана. Күҙ тейгәндә өшкөрәм, имләйем. Имләгәндә үҙемде ҡарыштыра ла ҡуя. Шайтан ҡатыша, шайтан ҡарыштыра (ЙФ). – От сглаза я заговариваю, нашептываю. Только, когда заговариваю, плохо себя начинаю чувствовать, что-то давит меня. Шайтан вмешивается, сопротивляется.
Шайтан ҡасырыу. См. Ен ҡасырыу.
Шайтан ҡолағы. Уши шайтана (из загов.). Шайтан ҡолағы һаңғырау булһын, былай имем килешә (ЙФ). – Пусть шайтан не услышит, не хвалюсь, но мои заговоры помогают.
Шайтан оялаған. См. Ен оялаған.
Шайтан өйөрмәһе. Вихри шайтана. Ҡойон килһә: «Тфү, шайтан өйөрмәһе!» – тип бысаҡ, балта ташларға кәрәк (М. Ташбулатов). – Если приближается вихрь, надо бросить нож, топор со словами: «Тьфу, смерчь шайтана!»
Шайтан саҡырыу. Вызывание шайтана. Бәләкәй саҡта аяҡтарҙы бәүелдереп ултырһаҡ өләсәй мәрхүм: «Шайтаныңды саҡырма», – ти торғайны. – В детстве, если мы сидели и качали ногами, бабушка-покойница всегда говорила: «Не зови своего шайтана».
Шайтан сихырлау. Наведение порчи нечистой силой. Көҙгөгә күп ҡарарға ярамай, шайтан сихырлап торор (ҺҺФ). – Нельзя часто смотреться в зеркало, шайтан заколдует.
Шайтан төкөрөүе. Плевок шайтана. Асыҡ ҡалған ашҡа шайтан төкөрә. – Если еду не закрыть, туда плюет шайтан.
Шайтан туйы. Вихрь; досл. свадьба шайтана. Өйөрөлөп юғары күтәрелгән көслө саң буранын шайтан туйы, тиҙәр (Ә.Усманова). – Пыльную бурю называют «свадьба шайтана».
Шайтан тырнағы. Ногти шайтана. См. Эт тырнағы.
Шайтан үпкән. Герпес, заед, болезни губ; досл. шайтан поцеловал. Ирен осонһа: «Ауыҙ йыумаһаң, ауыҙҙы шайтан үбә, ялай», тиҙәр (М. Фәйзуллин). – Появление болячек на губах объясняют так: «Если рот не сполоснул, твой рот шайтан облизывает».
Шайтан эйәләү. См. Ен эйәләү.
Шайтан әпсене. Заговор шайтана. Шайтан ҡарыштырһа: «Тфү, шайтан, кит янымдан, йөрөмә бында, кит бынан, кит, мәлғүн, кит!» – тип ҡыуам. – Если шайтан начинает сопротивляться и вмешиваться, я прогоняю его такими словами: «Тьфу, шайтан, уходи от меня, не ходи здесь, уходи отсюда, уходи, проклятый!»
Шайтанға ауырлыҡ. Болезни, беды шайтану. Ергә, миңә – еңеллек, шайтанға – ауырлыҡ (из загов.). – Земле и мне – легкость, здоровье, шайтану – болезни (беды).
Шайтанашыҡ. Лодыжка; досл. альчик шайтана.
Шайтантаяҡ. Чертополох; досл. палка шайтана.
Шаң. См. Урман эйәһе.
Шаңдаҡ. См. Ялағай.
Шар. Шар; в мифологии земля стоит на шаре. Ерҙе бер шарҙа ғына ултыра, тиҙәр ине (БФ). – Раньше говорили, что земля держится на одном только шаре.
Шаршамбы. Среда; в мифологии день выбрасывания заговоренных вещей. Осоҡто шаршамбыла ташлайҙар. – Куклу – осоҡ выбрасывают в среду; Шаршамбы им йөрөй торған көн (ЙФ). – Среда – хороший день для заговаривания; Шаршамбы һаулығың өсөн хәйер бирергә кәрәк (ЙФ). – По средам надо давать милостыню за свое здоровье.
Шаршамбы йомортҡаһы. Ритуализированное яйцо, применяемое для избавления от лишая. Тимрәү булһа, шаршамбы йомортҡаһын туҡып шуның менән тимрәүгә баҫһаң, бөтә, тиҙәр (БИТК). – Если взбить яйцо, снесенное курицей в среду, и намазать на болячки, говорят, лишай проходит.
Шаршау. Занавес, занавеска; мифологизированный предмет, с ним связано много примет. Төшөңдә шаршау күрһәң, сәфәр сығыуға. – Если приснилась занавеска, это к дороге. Шаршау күҙҙән ҫаҡлаған (ҺҺФ). – Занавеска защищала от сглаза.
Шаһи Солтан (сакм.). Дух охоты. Һунарға барғанда: «Хызыр Ильяс булһын юлдашым, Шаһи Солтан булһын серҙәшем» – тип әйтәләр (ЙФ). – Собираясь на охоту, надо произнести: «Пусть Хызыр Ильяс будет мне спутником, а Шаги Султан – другом».
Шеш. Опухоль. Шеш булһа, өс шаршамбы таң һыуы алып шуның менән ҡойондоралар (С.Фәсхетдинова). – При опухоли три среды подряд берут воду зари и обливают ею больного. Слово в форме sϊš~šϊš ‘опухоль’ зафиксировано у МК.
Шеш биҙе. Фурункул желез, которые находятся в подмышках. По представлениям башкир, если этой железы ночью коснется бес, у человека появляются фурункулы. Шеш биҙе ендән килә, ендең төкөрөүенән (Ғ. Хисаметдинова). – Фурункулы в подмышках появляются от шайтана, от плевка шайтана.
Шешек. Чирей, фурункул; по представлениям башкир, чирьи появляются от плевка шайтана. Төнөн, әгәр мөрйә асыҡ булһа, кешенең яланғас урындарын ен төкөрөп ялай, шунан шешек сыға (БИТК). – Если дымоход остался открытым на ночь, бес оплевывает и облизывает голые места спящего, от этого появляются фурункулы.
Шешек име. Магический способ лечения фурункулов и чирьев. Ҡапҡа төбөндәге балсыҡты шешеккә бәйләп ятып, иртән кире урынына ҡуйһаң, бөтә икән (М.Хәкимова). – Если на ночь на чирей привязать глину из-под ворот, а утром отнести глину на место, оказывается, чирей проходит.
Шешеү. Опухать, воспаляться от воздействия нечистой силы. От древнего глагола šeš ‘пухнуть, опухать’.
Шифалы ҡул. Руки, способные излечить от болезни своим прикосновением. Баҡа менән йыланды айырған кешенең ҡулы шифалы ҡул була, икән. – Говорят, рука человека, разнявшего лягушку и змею, бывает целебной.
Шишмә. Родник; объект почитания и совершения многих обрядов, глаза земли, связывает подземный и земной миры.
Шишмә эйәһе. Дух родника. Таңда шишмәнән һыу алһаң Шишмә эйәһе тота, тиҙәр (С. Хөсәйенова). – Говорят, если на рассвете брать воду из родника, хватает дух родника.
Шишәмбе. Вторник; в народной культуре пустой, неудачный день. Шишәмбе көн – ҡоро көн. – Вторник – пустой день. Однако заговоры должны проводиться во вторник. Имгә һыуҙы шишәмбелә алалар. – Воду для заговаривания набирают (берут) во вторник.
Шоңҡар. Кречет; тотем, прародитель, первопредок. Шоңҡар – изге ҡош. Шункар – священная птица. Шоңҡарҙан ҡош ҡурҡа, турғайҙан – ҡорт ҡурҡа (Посл.). – Кречета боится всякая птица, а воробья – червяк. Слово связано с древнетюркским šoηqur~šoηqar ‘кречет’.