Основная образовательная программа муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения гимназии №1
Вид материала | Основная образовательная программа |
- Основная образовательная программа муниципального общеобразовательного учреждения Ореховской, 4698.46kb.
- Основная образовательная программа Муниципального общеобразовательного бюджетного учреждения, 739.83kb.
- Л. И. Степкина Приказ от 31. 08. 2011 №339 (протокол педагогического совета №1 от 31., 1565.54kb.
- Основная образовательная программа начального общего образования Муниципального бюджетного, 5929.24kb.
- Основная образовательная программа начального общего образования муниципального общеобразовательного, 10927.55kb.
- Основная образовательная программа муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения, 5480.51kb.
- Программа развития муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения, 693.11kb.
- Аналитическое обоснование программы. Составить пояснительную записку, в которой отразить:, 3254.5kb.
- Администрация города сосновоборска, 898.95kb.
- Основная образовательная программа (начальное общее образование) Муниципального бюджетного, 5672.78kb.
Аңлатма яҙыу.
Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо Указға ярашлы һәм Баҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың, айырым алғанда, башҡорт телен уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.
Башҡорттар тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленә:
- Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар;
- Башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар;
- Башҡорт телен белмәгән башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.
Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары түбәндәгесә билдәләнә:
- Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
- Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
- Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу (элементарное письмо.)
- Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
- Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижади һ.б. менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
- Программа башҡорт телен өс йүнәлештә –телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу.телдең системаһын өйрәнеү.бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.
Программала материалдар тематик приципта урынлаштырыла. Был принцип башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе , лексик берәмектәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә ыңғай йоғонто яһай.Һәр ҙур тема, мәғәнәүи ситуация һайын үтеләсәк грамматик темаларҙың исемдәре бирелә. Фонетик, лексик, грамматик материалды үҙләштереү уҡыу өсөн бирелгән әҫәрҙәр өҫтөндә эшләгәндә лә, уҡытыусы тарафынан теманы аңлатыу өсөн алынған махсус күнегеүҙәр ярҙамында ла тормошҡа ашырыла.
Һүҙлек өҫтөндә эш
Башҡорт телендә һөйләшеү, аралашыу өсөн, балаларҙың билдәле кимәлдә һүҙлек запасы булырға тейеш. Шунлыҡтан башланғыс класстарҙа, бигерәк тә 1класта, башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү буйынса һәм ныҡышмалы эшләү талап ителә.
Һүҙлек эше барышында уҡыусылар башҡорт теленең лексикаһын практик үҙләщтерәләр. Һүҙҙең лексик мәғәнәһен һөйләм, тескт эсендә аңлатыуға, уны телмәрҙә ҡулланырға өәрәтеүҙә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк.
Һуҙлек өҫтөндә эш алымдары күп төрлө. Уларҙың һәр береһенә айырым туҡталмайынса, фәҡәт эре блоктарын ғына һанап китәбеҙ-
- Әҙәби текста, диалогта яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү.
- Һүҙҙәрҙе тематик принципта туплау һәм аңлатыу.
- Һүҙҙәрҙе һөйләмдә, телмәрҙә ҡулланыу аша аңлатыу.
Билдәле булыуынса,һүҙ күп осраҡта һөйләм эсендә, бәйләнешле телмәрҙә башҡалары менән бергә ҡулланыла, һәр береһенең үҙ мәғәнәһе( лексик) һәм грамматик мәғәнәһе тап бына һөйләмдә, бәйләнешле телмәрҙә асыҡлана. Шуға күрә тематик лексиканы һәр саҡ диалогта, һөйләмгә индереп биреү яҡшы.
Диалог темалары үрнәк тибында ғына бирелә. Шуға күрә уҡытыусылар үҙҙәре лә улар менән генә сикләнеп ҡалмай, шул миҙгелгә тура килгән тематик эштэргә бағышлап һәм уҡыусыларҙың әҙерлек дәрәжәһен иҫәпкә алып, уларҙы киңәйтә, ваҡытты ла күберәк бирә ала. Шул ваҡытта, һәр диалог темаһы дәрестә ҡарау мотлаҡ түгел, уҡытыусы диалог темаларын һайлауҙа ирекле.
Һөйләшергә өйрәтеү өсөн, тәҡдим ителгән календарь-тематик һәм ситуатив материалдар буйынса һорауҙар биреү, һорауҙарға яуаптар табыу, бәйләнешле телмәр төҙөү эштәре йыш һәм эҙмә-эҙ ойошторола. Бында билдәле тема, һүрәт буйынса яңы һүҙҙәр, дилогтар өҫтәлә. Шулай уҡ Башҡортостандың тәбиғәте, башҡорт тарихы, байрамдары, йолалары, кейем-һалым, аш-һыу, беҙҙә йәшәүсе ҡоштар һәм хайуандар тураһында һөйләшеүҙәр кластан-класҡа, әленән-әле ҡабатлана килә. Был иһә тематик лексиканы ҡабатлау, практик үҙләштереү мөмкинлеген бирә.
2-11 кластарҙа әҙәби һәм фәнни-популяр эҫәрҙәре уҡып, уның телен үҙләштереү, аңлата белеү, телмәрҙә ҡуллана алыу айырыуса мөһим. Сөнки әҫәрҙең телен белмәйенсә тороп, уның йөкмәткеһен аңлау, уны тасуири уҡыу мөмкин түгел.
Шуға ла тексты уҡыр алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыусынан һуң, ундағы яңы һүҙҙәр, фразалар, һөйләмдәр аңлатыла, һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролләп, сылбырлап уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
Һөҙөмтә лә уҡыусылар телде айырым темаға ҡоролған тематик һөйләшеүҙәр төҙөй алырлыҡ дәрәжәлә үҙләштерергә тейеш. 3-6 кластар актив рәүештә һүҙҙәр үҙләштереү осоро, шуға күрә һүҙҙәр күберәк тәҡдим ителә, ә 10-11 кластарҙа иһә күберәк һүҙләштереүгә айырым һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөүгә текст, уның мәғәнәһенә, үҙенселектәренә иғтибар йүнәлтелә.
Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм уҡыуҙан белемдәрен баһалау нормалары.
Балаларҙың уҡыу һәләтлектә рен баһалау.
Класс | Һүҙ | Билдә | Эстән уҡыу |
1класс | 15-20 | 80-90 | 20-25 |
2класс | 25-30 | 90-120 | 35-45 |
3класс | 35-40 | 120-140 | 55-65 |
4класс | 45-50 | 150-200 | 75-85 |
5класс | 60-70 | 230-250 | 95-110 |
6класс | 75-85 | 250-280 | 120-150 |
7класс | 95-110 | 300-320 | 160-180 |
8класс | 120-150 | 320-350 | 180-200 |
9класс | 160-200 | 350-400 | 250-300 |
Яҙма эштәренең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.
Рус телле мәктәптәренең башланғыс кластарында башҡорт теленән яҙыу эштәренең төрлө формалары ҡулланыла. Улар күп осраҡта өйрәтеү характерында була. Шулар менән бергә яҙыу эштәрен балаларҙы күнекмәләрен тикшереү маҡсатында ла үткәреү ҡарала.
Яҙма эштәренең түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була-
-һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу,
-һүҙлек диктанты,
-һорауҙарға яуаптар яҙыу,
-изложениелар,
-иншалар.
Эш төрҙәре | Кластар | ||||||||||
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | |
Күсереп яҙыу | 2 | 2 | 2 | 1 | 1 | 1 | | | | | |
Һорауҙарға яуаптар | 2 | 2 | 2 | 2 | 1 | 1 | 1 | | | | |
Диктант | 2 | 4 | 4 | 4 | 4 | 6 | 6 | 6 | 6 | 4 | 4 |
Изложение | | 2 | 2 | 2 | 2 | 2 | 3 | 3 | 1 | 5 | 5 |
Инша | | 2 | 2 | 2 | 2 | 3 | 3 | 4 | 4 | 5 | 5 |
- 2 класс (68 сәғәт).
Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен уҡытыу Концепцияһына ярашлы, рус мәктәптәрендә башҡа милләт балаларын башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү төп бурыс булып тора. Шунлыҡтан, был йүнәлештә эшләгәндә башланғыс кластарҙа темаларҙың ҡабатланыуы мөмкин. Быға һис тә ғәжәпләнергә ярамай, сөнки ошо ҡабатлауҙар аша, таныш ситуациялар буйынса башҡортса иркенерәк һөйләшеү мөмкинлеге тыуа. Тик уҡытыусы был ситуацияларға ярашлы һүҙҙәрҙе сама менән өҫтәй барыуға, балаларҙың телмәр күнекмәләрен һөйләмдәр, бәйләнешле телмәр аша нығытыуға иғтибар итергә тейеш була.
II класс уҡыусыларын башҡорт теленә өйрәтеүҙә түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
- I класта өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
- Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
- Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
- Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә һәм ижади яуап бирә белеү.
- Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
- Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан (ишеткәнде) яҙыу.
- Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Һөйләшеү, уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү темалары, уларҙың йөкмәткеһе түбәндәгесә алына:
Тыуған Башҡортостан (1 сәғәт).
Был тема башҡортса белмәгән балаларға үҙҙәре йәшәгән Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары, йылғалары һәм күлдәре, ғөмүмән, Башҡортостан, уның халҡы, тарихы тураһында элементар мәлүмәт биреүгә бағышлана. Башҡортостан Республикаһының символикаһы ла иҫкә алына. Дәрестә күргәҙмә материалдар, ышаныслы дәлил булырҙай китаптар, карталар һ.б әсбаптар ҡулланыла. Оло йәштәге кешеләр менән осрашыуҙарҙа отошло.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу. Башҡорт телендә интанацион яҡтан һөйләм төрҙәре, һорау һәм хәбәр һөйләм (һөйләм, уның интонацияһы, башҡорт өндәреһәр дәрестә практик рәүештә ҡабатлана килә).
Уҡыу материалы:
Уҡытыусы һайлауы буйынса, Башҡортостан, уның тәбиғәте, халҡы тураһында әҫәрҙәр уҡыу.
Балалар гәзит – журналдарынан материалдар уҡыу.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Башҡорт, милләт, халыҡ, район, ҡала, ауыл, ҡурай, урман, тау, күл, йылға, елән, камзул, нимәләр, кемдәр.
Урынлашҡан, үҫә, уйнай, йәшәй (-ҙәр), йәшәгән (-дәр), эшләй(-ҙәр).
Ҡайҙа, ниндәй, ни эшләй, төрлө.
Йылға буйында, йылға буйында урынлашҡан, төрлө милләт, бергә йәшәйҙәр, ҡурай тарта (уйнай), гөлләмә йыя, ҡоштар оса, зәңгәр күк, биҙәкле йәйғор, бейек тауҙар, ҡалын урман, Башҡортостан флагы, ҡурай сәскәһе.
Мин Башҡортостанда йәшәйем. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе (1 сәғәт).
Ҡабатлау (7 сәғәт).
Тема исеменән үк күренеүенсә, тәүге класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөүгә, ҡабатлауға, белемдәрҙе тәрәнәйтеүгә бағышлана. Шунлыҡтан бында төрлө темалар урын алыр.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
Уҡыу материалы:
Диалогтар, этикет өлгөләре, шиғырҙар.
Балалар гәзитендәге, журналындағы әҫәрҙәр (уҡытыусы һәм уҡыусылар һайлауы буйынса).
А.Йәғәфәрова. Уйынсыҡтар магазины.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Әйбер, урын, көсөк, сер, күнегеү, ултырғыс, һүрәт, өйрәк, фил, юл, урам. Кемдең, минең, минеке, һәйбәт, һылыу. Кәрәк, алтын, риза, насар, яҡшы, күпме.
Мөмкинме, магазин асыҡ, инергә яраймы, ярамай, сығыра мөмкинме, рәхим ит (-егеҙ), таратып бир, килмә, һөйләмә, күрешкәнгә тиклем.
«Һиңә нимә кәрәк?». Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре (1 сәғәт).
Һин нимә эшләйһең? Ҡылымдың 1-се, 2-се,3-сө заты (1 сәғәт).
Был кемдең әйбере? Исемдәрҙең эйәлек заты ялғауҙары (1 сәғәт).
Ҡайҙа? һорауы. Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы (1 сәғәт).
Ҡала урамында. Һһ өн-хәрефе (1 сәғәт).
Һаумы, мәктәп! (4 сәғәт).
Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын, дәрестәрҙе белеүе. Улар тураһында һөйләү.
Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Эштең элек, хәҙер булыуын белдереүсе һүҙҙәр.
Уҡыу материалы:
Диалогтар, этикет өлгөләре. М.Дилмөхәмәтов. Дәрес бара. А.Йәғәфәрова. Уңғандар. Гәзит-журнал материалдары.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Аҡбур, ҡағиҙә, миҫал, һорау, һорау билдәһе, нөктә, һөйләм, күнегеү, әңгәмә, байрам, һауа, бүлмә, иҙән, таҡта, өҫтәл, буяу.
Бармы, ҙурмы, таҙамы, күпме, һинекеме.
Һөйлә (-геҙ), уҡы (-ғыҙ), әйт (-егеҙ), әҙерлә, һөртә, һала, рәсем төшөрә.
Өс ҡатлы, беренсе ҡатта, дәрес бара, дәрескә әҙерме, класта нисә уҡыусы, уңған ҡыҙҙар.
Беҙҙең мәктәп. ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар (1 сәғәт).
Был кемдең? Эйәлек алмаштары (1 сәғәт).
Бөгөн көн ниндәй? Һөйләм төрҙәре (1 сәғәт).
Аҙна көндәре. Һөйләм төрҙәре (1 сәғәт).
Мәктәп баҡсаһы (2 сәғәт).
Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре.
Башҡорт телендәге ошо темаға ҡараған һүҙҙәр. Уларҙы дөрөҫ әйтеү. Килеш ялғауҙарын файҙаланыу. Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу.
Уҡыу материалы:
Диалогтар, йомаҡтар, текстарҙы уҡыу.
Ҡушымтанан, «Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ» китабынан баҡса темаһына ҡараған материалдар.
Гәзит-журналдарҙағы әҫәрҙәр.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Алма, сейә, баҡса, түтәл, ҡарағат, еләк, ҡыуаҡ, ҡурай еләге, ер, төймә.
Эре, ваҡ, тәмле, әсе, бейек, тәпәш.
Үҫә (-ләр), бешә, беште, тапты (-м), ҡапты (-м, -ң), сәскә ата, емеш бирә, түтәл яһай (-ҙар), һыу һибә (-ләр), баҡсала эшләй (-ҙәр). Был груша ағасы, ә был ҡарағат ҡыуағы. Баҡсала алма һәм сейә үҫә. Груша ҡыуаҡта үҫмәй, ә ағаста үҫә. Алма эре, ә ҡарағат ваҡ.
Беҙҙең мәктәп баҡсаһы. – мы, - ме ялғауҙары (1 сәғәт).
Ҡасан? һорауы. Һәм, ләкин, ә теркәүестәре (1 сәғәт).
Беҙҙең синыф (3 сәғәт).
Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре.
Темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен, һөйләмдәрен дөрөҫ уҡыу. Һүҙҙәрҙе ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Килеш ялғауҙарын практик ҡулланыу.
Уҡыу материалы:
Диалогтар, тиҙәйткестәр, йомаҡтар, күнегеү текстары. Ф.Рәхимғолова. Шиғыр ятлайҙар. С.Юлаев. Уралым.
«Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ» китабынан шиғырҙар, хикәйәләр, сәхнә әҫәрҙәре уҡыу.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Белем, китап, дәрес, тәнәфес, класс бүлмәһе, тәҙрә, пәрҙә, гөл һауыты, рәсем дәресе, йыр дәресе, башҡорт теле дәресе, математика.
Була, дәрес була, дәрес булмай, уҡый (-быҙ, -ҙар), өйрәнә (-беҙ, -ләр), уйнай, йырлай, һөйләй, ятлай, уҡыта, өйрәтә, яҙа, мәсьәлә сисә, рәсем төшөрә.
Иркен, яҡты, таҙа, саф, ҙур, кисә, бөгөн, иртәгә, хәҙер, оҫта.
Беҙҙең дәрестәр. Эштең элек, хәҙер булыуын белдереүсе һүҙҙәр (1 сәғәт).
Беҙҙең синыф. Ҡайҙа? һорауы (ур. – ваҡ. килеш) (1 сәғәт).
Беҙҙең мәктәп. Ҡылымдың 1-се зат күплек ялғауы (1 сәғәт).
- Ғаилә (4 сәғәт).
Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағҙалары, уларҙың эштәре, һөнәре, уларға туғанлыҡ мөнәсәбәте, ғаилә шәжәрәһе, файҙалы эштәр тураһында һөйләшеү.
Уҡыу, яҙыу.
Башҡорт телендә эйәлек (зат) ялғауҙарын, килеш ялғауҙарын практик үҙләштереү. Тиң киҫәкле һөйләмдәр менән практик эштәр. Хат яҙыу.
Уҡыу материалы:
Диалогтар, күнегеү текстары, һанашмаҡтар, хат.
Кәрим Булат. Әпәкәй.
Ф.Рәхимғолова. Бәхетле.
Ф.Туғыҙбаева. Айбулат.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Ағай, апай, ҡусты, һеңле, ейән, ейәнсәр, ҡартатай, ҡарсәй; бармаҡ, маймыл, һөт, сынаяҡ, бысаҡ, бутҡа, ҡоймаҡ, таба, ҡалаҡ, сүмес.
Булышам, майлап бирәм, сәпәкәй итә, заводта эшләй, ҡоймаҡ менән сәй эсә, бутҡа ашай, театрға барабыҙмы, аҡсаң бармыҘ әсәйем бешерә, ҡоймаҡ тәмле.
Кәрәк, кәрәкмәй, яңылыш, тырыш.
Беҙҙең ғаилә. Эйәлек (зат) ялғауҙары (1 сәғәт).
Мин бәхетле. Эйәлек ялғауҙары (1 сәғәт).
Иртәнге аш. Тиң киҫәкле һөйләмдәр (1 сәғәт).
Һауыт-һаба. Кәрәк – кәрәкмәй (1 сәғәт).
Аҙыҡ – түлек (8 сәғәт).
Аҙыҡ-түлек, уларҙы табыу, әҙерләү, өҫтәлдә биҙәү, аҙыҡ-түлеккә мөнәсәбәт, уға һаҡсыл ҡараш булдырыу, башҡорт аштары.
Башҡорт телендә килеш ялғауһары, һөйләмлең тиң киҫәктәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
Уҡыу материалы:
Диалогтар, күнегеү текстары, йомаҡтар, мәҡәлдәр.
С.Әлибаев. Икмәк.
Ф.Туғыҙбаева. Сәй эсеү.
«Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ» китабынан темаға тап килгән әҫәрҙәр. (уҡытыусы һәм уҡыусылар һайлауы буйынса).
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Ит, картуф, икмәк, кишер, май, туңдырма, бәлеш, һурпа, бутҡа, йомортҡа, кәбеҫтә ашы, ҡоймаҡ, байлыҡ, валсыҡ, иртәнге аш, төшкө аш, киске аш, ҡорот.
Ҡаты, йәнһеҙ, йәмһеҙ, таныш, таныш түгел, тәмле.
Ирей, ярата (-м, -быҙ), яратмайым, бешерә, турай, киҫә, ҡырҡа, һөт эсә, һөт яратмай, икмәк аша атлама, ергә ҡойма, икмәк телә, өҫтәлгә ҡуя, тәмле аш, әсе ҡорот, итле бәлеш тәмле. Икмәк – ил байлығы. Икмәкте һаҡлап тотон.
Аҙыҡ – түлек. Һөйләмдең тиң киҫәктәре (1 сәғәт).
Кем нимә ярата? Килеш ялғауҙары (төб. к.) (1 сәғәт).
Икмәк – ил байлығы. Килеш ялғауҙары (төш. к.) (1 сәғәт).
Ашығыҙ тәмле булһын! Килеш ялғауҙары (ур. – ваҡ. к.) (1 сәғәт).
Төшкө аш. Сәғәт. Ваҡыт (1 сәғәт).
Ф.Туғыҙбаева «Сәй эсеү». Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны (1 сәғәт).
Ҡайҙа? Ҡайҙан? (3 сәғәт).
Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның атамалары. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу. Башҡорт аштары.
Башҡорт телендә килеш ялғауҙары. Хат яҙыу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.
Уҡыу материалы:
Диалогтар, күнегеү текстары, көләмәстәр, кроссворд сисеү.
Хат тексты.
Г.Ғәлиуллина. Бесәйем.
«Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ» китабынан текстар.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Тәрилкә, сынаяҡ, сәйнүк, кәштә, салат, кишер салаты, кәбеҫтә салаты, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, ҡымыҙ, иҫәнлек, бүләк.
Ҡайнар, эҫе, һыуыҡ, һалҡын.
Ҡуя (-м, -быҙ), теләй (-ем, -беҙ), өндәшмә, өндәшмәҫкә ҡушты (-лар), өҫтәлгә ҡуя, кәштәгә ҡуя, йәшенде, йәшенеп өлгөрҙө, ҡымыҙ бешә (-ләр), ҡатыҡлы аш, ҡаймаҡлы салат.
Ҡайҙа? һорауы. Килеш ялғауҙары (төб. к.) (1 сәғәт).
Ҡайҙа? һорауы. Килеш ялғауҙары (сығ. к.) (1 сәғәт).
Г.Ғәлиуллина «Бесәйем». Килеш ялғауҙары (төб. к.) (1 сәғәт).
9. Нимә менән? һорауы. Менән һүҙен практик ҡулланыу (2 сәғәт).
Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар.
Менән һүҙен практик ҡулланыу. Һөйләмдә тиң киҫәктәр. Хәбәрҙең һөйләмдәге урыны. Килеш ялауҙары.
Уҡыу материалы:
Диалогтар, күнегеү текстары, теләктәр, мәҡәлдәр. «Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ» китабынан текстар.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Нимә, нәмә, сәй, май, бысаҡ, аш, ҡалаҡ, сәнске, шәкәр, торт, һут, кишер һуты.
Аҡ юл, хәйерле юл, юлың уң булһын, изге сәғәттә – изге юл.
Телә (-м, -беҙ), киҫә, ҡырҡа (-м, -быҙ), ярҙам ит (-егеҙ), эшем күп, ашты кемгә бирә, итте нимә менән ашай.
Нимә менән? һорауы. Менән һүҙен практик ҡулланыу (1 сәғәт).
Дуҫтарыма ярҙам итәм. Хәбәрҙең һөйләмдә урыны (1 сәғәт).
- Һанай беләһеңме? (3 сәғәт).
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу.
Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу. Зат ялғауҙарын ҡушыу. Кем булып эшләй? Һорауын үҙләштереү, уға яуап биреү.
Уҡыу материалы:
Күнегеү текстары, диалогтар, һүрәттәр менән эш. Хат яҙыу. «Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ» китабынан текстар.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Утыҙ, ҡырҡ, илле, алтмыш, етмеш, һикһән, туҡһан, йөҙ, мең, егерме дүрт, ҡырҡ өс, йөҙ һум, илле тин һ.б.
Врач, уҡытыусы, һатыусы, фермер, рәссам, артист, төҙөүсе булып эшләй, тегенсе, яҙыусы, ашнаҡсы, ике ҡап сәй, нисә һум, Айраттың сумкаһында, хаҡы күпме тора.
Ҡыйбат, ҡиммәт, арзан, осһоҙ, йылы, иҫке, яңы, матур күлдәк.
Һандар. Кем булып эшләй? һорауын үҙләштереү (1 сәғәт).
Аҙыҡ – түлек магазинында. Нисә һум тора? һорауы (1 сәғәт).
Хаҡы күпме? Килеш ялғауҙары (эй. к.) (1 сәғәт).
- Кейем – һалым. (7 сәғәт).
Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу.
Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.
Уҡыу материалы:
Диалогтар, күнегеү текстары, теләктәр. «Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ» китабынан текстар. Гәзит-журналдар материалдары.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Бүрек (-тәр), кейем (-дәр), тун (-дар), шәл, ойоҡ (-тар), үлсәм, кеҫә (-ләр), бейәләй (-ҙең), хаҡ (-ы).
Теге, арзан, ҡыйбат, тағы, йылы.
Һатыла, һатып ала (-быҙ, -лар), ал (-ығыҙ), күрһәт (-егеҙ), ҡара (-ҙыҙ), түлә (-геҙ), алыу, ҡушыу, оҡшай, оҡшамай.
Күлдәгең ҡотло булһын, йылы тәнеңдә туҙһын, ашханаға барам, магазиндан киләм, тигеҙ була, был күлдәк түгел, ә халат.
Кейем – һалым магазинында. Күплек ялғауҙары (1 сәғәт).
Әсәй күлдәк һатып ала. Һеҙгә нимә күрһәтергә? һорауы (1 сәғәт).
Үлсәме ниндәй? Зат алмаштары (1 сәғәт).
Яңы кейем – яңы шатлыҡ. Ҡылымдың зат ялғауҙары (1 сәғәт).
Бүләккә - яңы күлдәк. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе (1 сәғәт).
Уйындар, уйынсыҡтар (3 сәғәт).
Уйынсыҡ исемдәре, уйынсыҡтарҙың билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.
Уҡыу материалы:
Диалогтар, күнегеү текстары.
«Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ» китабынан текстар.
Гәзит-журналадарҙан уҡыусылар һайлаған текстар.
Ф.Рәхимғолова. Шауламағыҙ!
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Уйын, уйынсыҡ, ҡурсаҡ, туп, шар, таҫма, ҡуян, айыу, сана, саңғы, тау, кәмә.
Ҙур, бәләкәй, матур, йомшаҡ, бергә.
Уйнай (-ым, -һың, -быҙ, -ҙар), шыуа (-м, -һың, -быҙ, -лар), йөҙә, йырлай, һикерә, магазинға барам, ҡурсағым матур, туп һикерә, йомшаҡ айыу, кәмә йөҙә, әсәйемә оҡшаған, ныҡ баҫмағыҙ.
Уйынсыҡтар. Зат ялғауҙары (1 сәғәт).
Уйынсыҡтар магазинында. Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар (1 сәғәт).
Уйындар. Эйәлек алмаштары (1 сәғәт).
Һөнәрҙәр (5 сәғәт).
Кешеләрҙең һөнәрҙәре, эштәре, шөғөлдәре тураһында мәғлүмәт. Башҡорт телендә нәҙек һәм ҡалын ялғауҙар. Һөйләмдә тиң киҫәктәр. Һөйләмдә хәбәрҙең урныны (практик үҙләштереү).
Уҡыу материалы:
Дәреслектәге күнегеү текстары, диалогтары, мәҡәлдәр, йомаҡтар.
Ш.Биҡҡол. Себештәр.
Уҡыусыларҙың үҙҙәре һайлаған текстары.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Төҙөүсе, уҡыусы, уҡытыусы, ташсы, игенсе, тракторсы, йырсы, бейеүсе, ашнаҡсы, осоусы, шофер, милиционер, тегенсе, машинист.
Яҡты, таҙа, оҫта, алдынғы, тырыш.
Эшләй, тегә, йорт һала, тәртип һаҡлай, концерт ҡуя, аш бешерә, булып эшләй, оҫта йөрөтә, самолетты йөрөтә, уҡыта.
Үҫкәс кем булаһың? Ҡылымдың зат ялғауҙары (1 сәғәт).
Нимә? Кем? – сы, - се ялғауҙары (1 сәғәт).
Беҙ нимә эшләйбеҙ? Ҡылымдың зат ялғауҙары (1 сәғәт).
Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ҡылымдың зат ялғауҙары (1 сәғәт).
Улар нимә эшләйҙәр? Ҡылымдың зат ялғауҙары (1 сәғәт).
Тән өлөштәре (5 сәғәт).
Кешенең организмы, тән өлөштәре (ағзалары) атамаларын үҙләштереү. Тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау.
Зат ялғауҙарын, эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу. Өндәрҙең сиратлашыуы (практик үҙләштереү).
Уҡыу материалы:
Дәреслектәге күнегеүҙәр текстары, диалогтар, йомаҡтар. Ә.Вәхитова. Дарыу бирә. Ш.Ғәлиев. Тешем. К.Ушинский. Дарыу.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Кәүҙә, муйын, баш, аяҡ, ҡул, ҡолаҡ, теш, бармаҡ, тубыҡ, бит, күҙ, танау, арҡа, яурын, тел, тамаҡ, дарыу, һыуыҡ.
Таҙа, бысраҡ, яҡын, һалҡын, епшек, эҫе.
Ауырта, һыҙлай, ауырый, дарыулай, дарыу бирә, ҡаҙай, укол ҡаҙай, әсе дарыу бирә, һыуыҡ тейгән, баҫылмай, аяҡ – аяғы, бармаҡ – бармағы, тамаҡ – тамағы, ҡолағы өшөгән, епшек көндә өшөтә.
Тән өлөштәре. Эйәлек ялғауҙары (1 сәғәт).
Ҡайһы ерең ауырта? Зат алмаштары (1 сәғәт).
Һаулыҡ һаҡлау. Эйәлек алмаштары (1 сәғәт).
К.Ушинский «Дарыу» (1 сәғәт).
Еләк – емеш, йәшелсә (4 сәғәт).
Элек өйрәнгән темаға нигеҙләнеп, баҡса, еләк – емеш, йәшелсәләрҙең атамаларын үҙләштереү, йәшелсәләрҙең, еләктәрҙең билдәләрен белеү. Башҡорт телендә күплек, килеш ялғауҙарын ҡулланыу.
Уҡыу материалы:
Диалогтар, күнегеү текстары, йомаҡтар, тиҙәйткестәр. «Беҙ башҡортса уҡыйбыҙ» китабынан әҫәрҙәр. Уҡыусылар үҙҙәре һайлаған текстар. А.Игебаев. Иртә – кис.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Груша, сейә, әфлисун, ҡабаҡ, ҡауын, ҡарбуз, ҡыяр, борос, сөгөлдөр, ҡарағат, кәбеҫтә, түтәл, һуған, һарымһаҡ, кишер, алма, йөҙөм, лимон.
Бешә, өлгөрә, сәскә ата, түтәл ҡаҙа, түтәл яһай, һыу һибә, сүптән таҙарта, ҡыҙыл борос, әсе һуған, тәмле ҡарбуз, йәшелсә файҙалы, йәшелсә витаминға бай, баҡсабыҙҙа эшләйбеҙ.
Беҙҙең баҡса. Ниндәй? һорауы (1 сәғәт).
Бигерәк уңды сөгөлдөр. Күплек ялғауҙары (1 сәғәт).
Баҡсалағы эштәр. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны (1 сәғәт).
А.Игебаев «Иртә - кис». Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны (1 сәғәт).
16. Таҙалыҡ (6 сәғәт).
Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау, сынығыу тураһында мәғлүмәт. Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Килеш ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.
Уҡыу материалы:
Күнегеү текстары, диалогтар. С.Муллабаев. Бесәй.
Уҡыусыларҙың үҙҙәре һайлаған текстары.
Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр:
Һабын, таҫтамал, тараҡ, кәштә, элгес, тартма.
Таҙа, бысраҡ, бөхтә, әрпеш.
Йыуа, йыуына, таҙарта, тешен таҙарта, иҙәнде йыуа, битен йыуа, иртәнсәк йыуына, кейемде таҙа тот, таҫтамал элгестә тора, һабын кәштәлә ята.
Һабын менән дуҫ бул. Ҡайҙа? Ҡайҙан? һорауҙары (1 сәғәт).
Таҙалыҡ һаҡлау. Килеш ялғауҙары (төб.к., төш.к.) (1 сәғәт).
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ. – ма, - мә ялғауҙары (1 сәғәт).
Йомғаҡлау дәресе (1 сәғәт).
Уҡыу йылы аҙағында II класс балалары түбәндәге белем һәм
күнекмәләргә эйә булырға тейеш:
- Һө 85йләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):
- уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
- иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты).
- текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.
2. Уҡыған текст буйынса күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):
- ишеткәндәр, башҡарған эштәр, күҙәтеүҙәр буйынса һөйләү;
- бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү;
- һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү;
- диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү;
- үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү;
- ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү;
- башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.
3. Уҡыу (чтение).
- тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә);
- поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу;
- уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү;
- текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.
4. Яҙыу (письмо).
- хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу;
- ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;
- шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендәт2-3 һорауға яуап яҙыу;
- бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу;
- ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).