БашҡорттарҙЫҢ Ғаилә-КӨНКҮреш йолалары – ӘКИӘТТӘРҘӘ

Вид материалаДокументы

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ҒАИЛӘ-КӨНКҮРЕШ

ЙОЛАЛАРЫ – ӘКИӘТТӘРҘӘ

Автор: Лоҡманова Рената Наил ҡыҙы, Октябрьский ҡалаһы 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7 А класы уҡыусыһы

Етәксе: Әминова Айгөл Дамир ҡыҙы, Октябрьский ҡалаһы 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Секция: “ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”

Башҡорт халҡының тормош тәжрибәһе фольклор әҫәрҙәрендә киң сағылыш тапҡан. Был әҫәрҙәрҙә боронғо кешеләрҙең донъяға ҡарашы, тарихы, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, төрлө йолалары, йәш быуынға тәрбиә биреү тураһындағы ҡараштары, бәхетле тормош тураһындағы өмөттәре, хыялдары һәм киләсәккә ышанысы сағыла.

Йола ижады – быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, рухи байлығын сағылдырыусы боронғо мираҫ. Кеше йола менән яҡты донъяға тыуған , йола менән мәңгелек донъяға оҙатылған.

Халыҡ ижадында айырыуса баланың тыуыуына бәйле һәм туй йолаларын сағылдырған ижад өлгөләре һаҡланып ҡалған.

Кеше ғүмеренә бәйле туйҙар әҙәм затының етлегеү осорҙарын, бер ҡорҙан икенсе ҡорға күсеүен дә билдәләй. Шуға ла кешенең донъяға килеп китеү арауығы өс туй төшөнсәһенә инә: Бишектуй (тыуыу, үҫмер, етлегеү), Ҡалымтуй (ғаилә ҡороп, түл-ырыҫ дауам итеү), Үлемтуй (асылға ҡайтыу, мәңгелеккә күсеү).1

Халыҡ ижадының боронғо жанрҙары хаҡында һүҙ сыҡһа, иң тәүҙә әкиәтте телгә алыусанбыҙ. “Әкиәт” тинекме, беҙҙең күҙ алдыбыҙға нин-дәйҙер бер серле донъя килеп баҫа…

Әкиәттәрҙең тәрән тамырҙары, бер яҡтан, тәүтормош кешеһенең мифологик ҡараштарына, күп төрлө ышаныуҙарға барып тоташһа, икенсе

яҡтан, йәмғиәт ҡоролошонда тормош-көнкүреш тәртиптәрен билдәләгән

йолаларға һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә барып тоташа.

Башҡорт халҡында ғаилә ҡороу – ырыу-ҡәбилә өсөн әһәмиәтле

ваҡиға һаналған, бала тыуыу, нәҫел ҡалдырыу, ырыуҙы ишәйтеү кеүек мөһим мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотҡан.

Өйләнер ваҡыты еткән егет ҡыҙ һайларға, ҡыҙ күҙләргә берәй ауылға, сит ырыу яғына сығып киткән. Был күренеш “Күк һыйыр” әкиә-тендә асыҡ сағыла: “Бер ваҡыт күрше ауылдан бер батыр егет ҡыҙҙар һайларға килгән. Бер урында йыйын йыйнағандар, аш бешергәндәр.”

“Ала ҡарға”, ”Әрмәнде тун”, “Батша, егет, аждаһа” кеүек әкиәттәрҙә ҡыҙҙар йә күгәрсен, йә аҡҡош, йә торна ҡиәфәтендә һыу буйына төшөп уйнай башлайҙар. Егет кеше уларҙы ситтән күҙәтеп тора һәм, ғәҙәт була-раҡ, иң кесе һылыу ҡыҙҙың ҡош (йәнлек) тунын урлай. Ҡыҙ кәләш булыр-ға риза булмай тороп, егет уға тунды ҡайтарып бирмәй. Әкиәттәрҙәге ошондай күренештәрҙә лә ҡыҙ күҙләй барыу йолаһы сағылыш алғандыр.

Ҡалым түләү йолаһын да әкиәттәрҙә осратырға мөмкин. “Ҡалдым” әкиәтендә Ғәббәс бай Әлмәт ҡарттың Мәликә атлы ҡыҙын һоратырға яусы ебәрә. Яусы Әлмәткә Ғәббәс байҙың ҡалымды күп мал менән түлә-йәсәген һәм туй сығымдарын да үҙ өҫтөнә аласағын еткерә. Бындай тәҡ-димдән ҡарт баш тарта алмай һәм Мәликәне Ғәббәс байға бирергә риза-лаша. “Оморҙаҡ батыр”ҙа ла батша ҡыҙы батырға ғашиҡ була. Батша Оморҙаҡты саҡырып ала һәм : “Әгәр мин һораған ҡалымға риза булһаң, ҡыҙымды һиңә бирәм”, - ти. Ҡалым урынына батша батырға үҙенең бәһ-леүәнен үлтерергә ҡуша, шул осраҡта ғына ҡыҙын уға бирәсәген әйтә.

Барыһы тураһында ла һөйләшенгәс, ҡыҙ менән егет йәрәшеүен рәсмиләштереү өсөн ҡыҙ йортонда мулла тарафынан никах уҡыла. Был йола “Алтын ҡауырһын” әкиәтендә асыҡ сағыла: “Иртәгәһенә һыуҙың һылыу айғырын егеп, ҡыҙ алтын балдағын кейеп, никах күлдәктәрен кейеп, күршеләге бер һәйбәт муллаға барып, никах уҡытҡандар, теге байрам оло шатлыҡ менән тамамланған”.

Туй – туй йолаһында төп тантана. Ул, ғәҙәттә, 3 көн дауам итер булған. Әкиәттәрҙә лә халыҡ 3 көн, 3төн буйына туй итә, ҡунаҡ була.

Туй мәшәҡәттәренән һуң тотош ырыу өсөн ҡыуаныслы ваҡиға – ғаиләлә сабыйҙың тыуыуы. Баланың донъяға килеүен көтөп алыу шатлы-ғы башҡорт халҡының һәр әкиәтендә күренә. “Ырыҫбикә менән Хеҙмәт-йән” әкиәтендә, Шишмәгөл һәм Эшйәр батырҙың улдары тыуғас, ырыу бик шатланған, урман, һыу, тау, ялан тәңреләренә ҡорбан салған, бик ҙурлап исем туйы үткәргән.

Кешенең һуңғы туйы – яҡты донъянан китеү. Әжәле етерен һиҙен-гән, үлемгә әҙерлек өлкән кешеләр араһында ғына күҙәтелә. Үлер алдынан улар туғандарын, яҡындарын, балаларын саҡырып, бәхилләшеп, васыят әйтеп ҡалдырыу йолаһы башҡорт халҡының “Өс ауыҙ һүҙ”, “Сә-фәр”, “Васыят”, “Өс батыр”, “Еҙтырнаҡ” кеүек әкиәттәрендә урын алған .

Йола буйынса, мәрхүмдең өсөн, етеһен, ҡырҡын, йыллығын уҡытыу фарыз иҫәпләнә. Был йоланы башҡарыуҙы ла ҡайһы бер әкиәттәрҙә осратырға мөмкин. Мәҫәлән, “Алтын йомортҡа” әкиәтендәге Уралбай йыл һайын ҡарт-ҡороларҙы, етемдәрҙе йыйып, ике улын иҫкә ала.

Шулай итеп, кеше тыуа, үҫә, нәҫел ҡалдыра һәм, үҙенең бурысын үтәп, яҡты донъянан китә. Кеше ғүмеренең был миҙгелдәре төрлө ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға барып тоташа. Әкиәттәр, ҡобайырҙар, легендалар, йырҙар аша беҙҙең көндәргә һаҡланып килеп еткән йолалар – ғәжәп хазина. Әммә тормош үҙгәреү һөҙөмтәһендә был йолалар ҡыҫҡарыуға, ә күпселеге бөтөнләй юғалыуға дусар ителгән.

Башҡорт фольклоры халыҡтың тормош-көнкүрешенең үҙенсәлектә-рен өйрәнеүҙә бай сығанаҡ ҡына түгел, ә онотолоп барған бик күп йола-ларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусы ла булып тора. Башҡорт халыҡ әкиәт-тәрендә сағылыш алған был йолалар уның тәрбиәүи һәм танып белеү әһәмиәтен дә көсәйтә.

Тимәк, һәр кем ата-бабаларыбыҙҙың телен, тарихын, боронғо лег-енда-риүәйәттәрен, йырҙарын, әкиәттәрен, йолаларын яҡшы белергә, уларға хөрмәт менән ҡарарға тейеш. Беҙ ҙә халҡыбыҙҙың борон-бо-рондан телдән телгә, быуындан быуынға күсеп килгән мираҫын һаҡлап ҡалырға һәм был изге аманатты киләһе быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ.



1  Башҡорт халыҡ ижады: Йола фольклоры. Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1995. 33-сө б.